Республика биләмәһендә бөгөн тағы ла 28 янғын сығыу осрағы теркәлгән

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл башынан 169 янғында 15 кеше һәләк булған. Ошоға бәйле, күләмле рейдтар ойошторола. Бигерәк тә күп бала тәрбиәләгән, яңғыҙ йәшәгән оло йәштәгеләр айырым иғтибарға алына. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Янғын һүндереүселәр Өфө районының Зубов ауылына рейдҡа сыҡты. Маҡсат ут сығыу осраҡтарын иҫкәртеү. Шәхси секторҙа үткән аңлатыу эштәре барышында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелде. Электр линиялары, йылытыу, шул иҫәптән ут сығыуҙы иҫкәртеүсе ҡоролмалар ҡаралды.

Ә Масловтарға бөгөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре иҫкәрмәһе менән бергә, ҡоролманың яңыһы тапшырылды. Йортта ике йәш бала тәрбиәләнә. Әлфиә Зөфәр ҡыҙы әйтеүенсә, уларҙы хәүефһеҙлек саралары менән көн дә тиерлек таныштырып тороу мөһим.

Иҫкәртелгән ҡоралланған, тигәндәй аңлатыу эштәре өлкән йәштәгеләргә лә ҡағыла. Шуға ла бөгөнгө профилактик рейд тәү сиратта оло быуын вәкилдәре йәшәгән шәхси йортта иғтибарға алынды.

Азат Ғәлиуллин