Хәрбиҙәрҙе һәм ҡеүәтле техниканы дошман күҙенән һаҡлап. Шишмә районы ҡул эштәре оҫталары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дөйөм алғанда һигеҙ маскировка селтәре һәм халат үргән. Бейәләй-йөн ойоҡтар бәйләүҙән башланған изгелек марафоны тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Тәүҡарашҡа, мәҙәниәт йортонда маскарад, йә спектаклгә әҙерлек барған кеүек. Ысынында иһә берҙәм эш һөҙөмтәһе - «Шүрәле» маскировка халатының тейешле үлсәмдәргә тура килеүе тикшерелә.
Шишмә районы Йәрми ауылы ҡатын-ҡыҙҙары яҡташтары Эльвира Ғәликәеваның изге башланғысын хуплап, ноябрь аҙағынан алып хәрбиҙәр өсөн тәғәйенләнгән махсус япма бәйләй.
Маскировка халаты дошман утынан һаҡланыу сараһы. Урман, дала зонаһында уны кейгән хәрби тирә-яҡ мөхит төҫөн алып, көтөлмәгән урында һөжүм башлау ҡеүәтенә эйә. Йәрми ауылында ойошторолған «бәләкәй» артелдә япманы үреүҙә махсус еп ҡуллана.
Ҡул эшенә ике тиҫтәгә яҡын гүзәл зат ҡушылған, уларҙың күбеһе «Етегән шишмә» һәм «Сәхнә дуҫтары» фольклор коллективтарында шөғөлләнә. Шуға күрә кистәрен клубта йыйылыу үҙенә күрә киләһе концерттарға репетиция. Моңло йырҙар аша махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн мөһим продукция етештерелә. Ул ҡеүәтле техниканы ағас араһында йәшереү өсөн үрелә.
Маскировка халаты, септә үреүгә материалдар менән бағыусылар ярҙам иткән. Аҙна аҙағында махсус продукция аҡ төҫтә лә етештерелә башлай.
Йәрми ауылы ҡул оҫталары әҙерләгән маскировка продукцияһы иртәгә махсус хәрби операция барған биләмәгә оҙатыласаҡ. Шишмә районында сираттағы гуманитар ылау булдырылған. Уның составында «УАЗ» һәм «Нива» автомобилдәре лә бар.
Гөлназ Хәйбуллина