Университетта мәғариф учреждениеһы брендбугын яҡлау буйынса кәңәшмә уҙҙы. «У» хәрефе менән билдәләнгән логотипты Санкт-Петербург белгестәре эшләгән. Авторҙар әйтеүенсә, геометрик фигуралар киләсәккә һәм үҫешкә ынтылыуҙы аңлата. Яңы тамға белем үрҙәренә берҙәм маҡсат менән барыуға әйҙәй.