Программа ауыл ерлегәндә күләмле эштәрҙе атҡарып сығырға мөмкинлеклек бирә. 2021 йылда, Гөмбә ауылындағы клубтың түбәһе яңыртылһа, 2022 йылда Ҡашҡа ауылы зыяраты кәртәләнгән. Быйыл ауыл халҡы МТЗ тракторы алырға теләй. Конкурста еңгән осраҡта, техника ҡышҡы осорҙа урамдарҙы ҡарҙан таҙартырға, янғын һүндереүгә, йәй үлән сабыуҙа, тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу мәсьәләһен хәл итергә булышлыҡ итәсәк. Ошо маҡсатта халыҡтан ярты миллион, ә бағыусыларҙан 300 мең һум күләмендә аҡса йыйыү ҡаралған.