Шишмә халҡы үҙ ҡулы менән хәрби кәрәк-яраҡ әҙерләй

Шишмә районы Йәрми ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн маскировка селтәрҙәре һәм халаттар үрә. Ҡул эштәре оҫталарын Эльвира Ғәликәева бер төркөмгә туплаған. Кәрәк-яраҡ менән бағыусылар ярҙам иткән. “Шишмә” газетаһы хәбәрсеһе Дилбәр Хәмитова һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

13 ғинуарҙа Шишмә районы Йәрми ауылында маскировка халаты һәм селтәрҙәр үреү буйынса сираттағы оҫталыҡ дәресе ойошторола. Унда мәҙәниәт йорттарында эшләүсе хеҙмәткәрҙәр саҡырылған.