Бөгөн Рәсәйҙә ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө билдәләнә

Ошо уңайҙан Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙә төбәк тәбиғәте хозурлығы тураһында фекерҙәре менән бүлеште.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, Башҡортостандағы өс ҡурсаулыҡ һәм бер милли парк биләмәләренең махсус статусы тәбиғәттең уникаль күренештәре, һирәк үҫемлектәрҙе һәм хайуандарҙы һаҡларға ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта туристар өсөн яңы маршруттар, экоһуҡмаҡтар, кемпингтар ойошторола.

Әүҙем ял яратыусыларға тау, һыу, спелеотуризм йүнәлештәре үҫтерелә. Һөҙөмтәлә туристар ағымы йылдан-йыл арта. 2022 йылда «Башҡортостан» милли паркына 125 меңдән ашыу кеше һоҡланған, «Ҡандракүл» тәбиғәт паркына 97 мең, «Мораҙым тарлауығы»на 47 мең турист килгән. Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә саҡырам, тип яҙған үҙ сәхифәһендә Радий Хәбиров.