Ейәнсура районынан Маҡаевтар ғаиләһе 2016 йылдан малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармағына тотона

Ейәнсура районы Ҡужабәк ауылында Маҡаевтар ғаиләһе 2016 йылдан малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармағына тотона. Хөкүмәттән милион ярым һумлыҡ грант ярҙамы алалар. Төпкөлдә ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүселәр янында БЮТ ижади төркөмө лә булды. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Динара Ҡылысбай ҡыҙы Туҡаева малсылыҡтың һөтсөлөк тармағын атаһы һәм тормош иптәше менән бергәләп алып бара. Һауын һыйырҙарын кәртәгә сығаралар, был ваҡытта фермала мал тиҙәге ташлана, аҙыҡ таратыла. Ҡаланан уҡытыу эшен ташлап ҡайтҡан йәштәр, малсылыҡта ҡырҡ йылдан ашыу эш тәжрибәһе булған Ҡылысбай Маҡаевҡа таяна.

Алты йыл элек өйләнешкән Динара менән Вәрис Туҡаевтар кәңәшләшеп, фермерлыҡ эшенә тотонорға ҡарар итә. Туйға төшкән 450 мең һум аҡсаға Шишмә районынан симменталь һәм ҡара сыбар тоҡомло 10 һауым һыйырын һатып алалар. 6 йыл эсендә һауын һыйырҙары һанын 100 еткергәндәр. Бынан тыш хужалыҡ үҫемселек менән дә шөғөлләнә.

Бороңғо совет ысулы менән эшләүсе крәҫтиән-фермер хужалығында һәр һыйырҙан тәүлегенә 30-40 литр һөт һауып алалар. Хужалыҡта малдарҙы бәйләп ашатыу һәм һауыу ысулына өҫтөнлөк бирелә.

Был һарайҙы Маҡаевтар шпалдарҙан ҡорған. Төҙөлөш 6 миллион һумға төшкән. Киләсәктә фермерҙар ит йүнәлешендә эшләп, мал һимертеүгә тотонмаҡсы.

Гүзәл Борханова