70-тән ашыу ҡатнашыусы Ҡөръән сүрәләрен ятланы, ислам дине буйынса һорауҙарға яуап бирҙе. Быға тиклем дини конкурс бары тик Баймаҡ районы кимәлендә генә уҙһа, быйыл иһә ул күрше Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла райондарында үҙ эсенә алды. Декабрь башында зона ярышында еңеүсе 5 йәштән алып 16 йәшкә тиклемге балалар баһалама ағзалары алдында ислам, иман, әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү, сүрә һәм доғаларҙы ятлау буйынса үҙҙәренең белемдәрен күрһәтте.
Үҫеп килгән быуынды Ислам диненә ылыҡтырыу,әхләҡи тәрбиә биреү маҡсатында ойошторолған бәйгелә тәүге тапҡыр үҙ көсөн һынап ҡараусылар шулай уҡ йыл һайын призлы урындар яулаусы балалар ҙа бар.Ҡатнашыусылар күп булыуын күҙ уңында тотоп төшкө аш табыны ойошторолдо шулай уҡ төрлө уйындар уйнап, үҙ-ара аралашыу мөмкинлеге лә булдырылды.
Ҡыҙҙар һәм малайҙар өс йәш төркөмөнә бүленде.Һәр төркөмдә беренсе икенсе өсөнсө урындар билдәләнде. Бер ҡатнашыусы ла бүләкһеҙ ҡайтманы. Гран-при яулаусы Әбйәлил районынан Рамаҙан Рысҡужин скутерлы булды.