Проект төпкөлдәрҙә көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең берҙән-бер дөрөҫ юлы, ти улар. Ҡайһы бер ауылдар хатта, бер нисә йыл рәттән еңеү яуларға өлгөргән. Райондағы быйылғы башланғыстар тураһында киләһе яҙмала.
Арбаңды ҡыш әҙерлә тигәндәй, бикбауҙар юлды ла әленән үк хәстәрләй башлаған. Ауылдағы өс урамдың береһе төҙөкләндереү талап итә. Ни тиһәң дә, үҙәк урам һәм барлыҡ махсус хеҙмәттәр, ашығыс ярҙам, почта, сауҙа транспорты һәм халыҡ үҙе лә башлыса ошо юлдан йөрөй. Шуға күрә асфальт ҡатламы яңыртыуҙы талап итә.
Ҡарғалы ауылында иһә көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителгән тиерлек. Халыҡ хәҙер урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһын рухи ҡиммәтәрҙе тергеҙеүҙә файҙаланырға иҫәп тота. Ауылда башлыса оло йәштәгеләр көн итә һәм улар йәш быуынға хәтер ҡалдырыуҙы , һуғыш ветерандарының иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе үҙ бурысы һанай.
Райондың Яңы Петровское ауылында ла Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бағышланған обелиск ремонт талап итә. Ауыл халҡы берҙәм көс менән урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашырға ниәтләнгән. Яңы Петровскоенан һуғышҡа 250 ир-егет киткән һәм уларҙың күптәре тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алмаған. Беҙҙең уларҙың оноторға хаҡыбыҙ юҡ, ти Сәлимә Толомбаева.
Ейәнсура районы урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында иң әүҙем ҡатнашҡан төбәк. Ул эшләй башлағандан алып ҡына районда 60 миллион һумға 97 проект тормошҡа ашырылған. Быйыл иһә конкурта ҡатнашырға теләк белдереп 15 ауыл биләмәһе ғариза биргән.