«Өфө-Аренаһы»нда шайбалар күргәҙмәһе эшләй

Экспозиция авторы Алексей Банников. Яҡташыбыҙҙың коллекцияһында төрлө хоккей ярыштары иҫтәлеге - ике меңдән ашыу шайба. Башта улар өйҙә генә һаҡланһа, хәҙер «Салауат Юлаев» командаһы көйәрмәндәре өсөн дә яҡынайҙы. Шайбаларҙың күбеһе автографлы, турнирҙа уйнатылғандары ла, металл, таш, хатта, ағастан яһалғандары ла бар. Алексей Банников коллекцияны 2010 йылдан алып туплай.

Ун ике йылға яҡын шайба коллекцияһын туплау менән шөғөлләнәм. Башта төрлө кимәлдәге ярыштар ҡыҙыҡһындырһа, хәҙер «Салауат Юлаев» хоккей клубына, донъя чемпионаттарына иғтибар арттырҙым

Алексей Банников, Коллекция йыйыусы