Былтыр төбәк аграрийҙары 5 миллион тоннанан ашыу уңыш йыйып алып ошондай рекорд ҡуйҙы

Бөгөн республика хөкүмәтендә Андрей Назаров етәкселегендә уҙған кәңәшмәлә агросәнәғәт үҫеше һорауҙары ҡаралды. Малсылыҡта 8 миллиард һумдан ашыу суммаға дүрт ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырылған. Башҡортостандан 49 илгә 300 миллион долларлыҡ продукция оҙатылған. Санкцияларға ҡарамай, экспорт күрһәткесе ике йыл эсендә 1,5 тапҡырға артҡан. 3223 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған. Был да уҙған йылдан күберәк. «Росагролизинг» килешеүе буйынса техника алыу рейтингында беҙҙең республика өсөнсө урынды биләй. Һуңғы ун йылда фермер хужалыҡтары һаны артҡан. Ағымдағы йылда ауыл хужалығы категорияһына ҡараған ерҙәрҙе һанлаштырыу һәм 22 инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу бурысы тора.

Республикала уҙған йылда 10 яңы автомобиль газ яғыулығы компрессор станцияһы асылған. Әле төбәктә улар 51 иҫәпләнә. Социаль- иҡтисади үҫешкә килгәндә, 2022 йыл Башҡортостан өсөн уңышлы булды, тип билдәләнде, ултырышта.

Июндә Белорус компанияһының «Амкадор» заводы асылыуы көтөлә. Унда коммуналь техника етештереләсәк. Республикала 400 ойошма инновация эшмәкәрлеге алып бара. Йүнселдәрҙең проекттарына 195 миллион һум аҡса йәлеп ителгән.

Көрсөккә ҡаршы саралар сиктәрендә сауҙа үҙәктәре милек һалымынан азат ителгән. Ауылдарҙа ҡулланыусылар кооперативтарына был төр һалымға процент ставкаһы төшөрөлгән. Хөкүмәт ултырышында шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары ҡаралды.