Республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов вафат булды

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты һуңғы юлға оҙатыу  буйынса ойоштороу комитетын булдырырға ҡушты. Ултырыш бөгөн уҙғарыла. Мортаза Рәхимов менән хушлашыу иртәгә була. Ерләү урыны ойоштороу комитеты ултырышынан һуң иғлан ителә.  Башҡортостандың беренсе  президенты  Мортаза  Рәхимов  11 ғинуарҙа  88 йәшендә  вафат булды. Был хаҡта Республика  Башлығы  Радий  Хәбиров  социаль селтәрҙә  яҙҙы. - Мортаза  Ғөбәйҙулла улы  вафат.  Башҡорт халҡының бөйөк улы  алдында  баш  эйәбеҙ,  ул үҙен тулыһынса  республика  һәм Рәсәйгә  хеҙмәт итеүгә  бағышланы. Хушығыҙ, хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы, - тип  хушлашып яҙҙы Радий  Хәбиров.