Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 1934 йылдың 7 февралендә БАССР-ҙың Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында донъяға килә. 1956 йылда Өфө нефть техникумын тамамлағандан һуң Өфө нефть эшкәртеү заводына эш башлай. Предприятиела 1956 йылдан 1990 йылға тиклем, ябай операторҙан завод директорына тиклем хеҙмәт юлы үтә. 1964 йылда Мортаза Рәхимов производствонан айырылмайынса Өфө нефть институтын тамамлай.
1990 йылдан Башҡортостан республикаһының Юғары Советы рәйесе.1993 йылда ул Башҡортостан республикаһының беренсе Президенты итеп һайлана. 1998 йылдың 4 июнендә икесегә, ә 2003 йылдың 21 декабрендә өсөнсө мөҙҙәткә Башҡортостан республикаһы Президенты итеп ҡайтанан һайлана. 2006 йылдың 10 октябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме менән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Мортаза Рәхимовҡа Башҡортостан Президенты вәкәләттәрен йөкмәтә. 2010 йылдың 12 июлендә вазифаһын ваҡытынан алда тамамларға теләк белдерә. Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Мортаза Рәхимовтың отствакаһын ҡабул итә.
Төрлө йылдарҙа Мортаза Рәхимов СССР-ҙың халыҡ депутаты, Башҡортостан республикаһы, Өфө ҡалаһы халыҡ депутаттары Советына депутат итеп һайлана. СССР-ҙың Юғары Советы, Рәсәй федерацияһы Федераль йыйылышының Федерация Советы һәм Өфө ҡалаһы халыҡ депутаттары Советының башҡарма комитеты ағазаһы була.