Башҡортостан йәмәғәтселеге Мортаза Рәхимовтың вафатынан һуң, уның тураһында иҫтәлектәр менән уртаҡлаша. ”Оҫта етәксе, ихлас кеше булды, балаларҙы яратты”, - тип яҙа социаль селтәрҙә Мортаза Ғөбәйҙулла улы хаҡында республикала йәшәүселәр. “Ул беҙҙең районда Башҡортостандағы меңенсе мәктәпте асты. Уны төҙөүгә ҙур өлөш индерҙе”, - ти Хәйбулла районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Роза Рәсембәтова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЙырсы Илшат Сибәғәтуллин әйтеүенсә, Мортаза Рәхимов уға ҙур сәнғәткә килергә этәргес биргән.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМортаза Рәхимов республика менән етәкселек иткән йылдарҙа Мортаза йыш ҡушылған исемдәр араһында булды. “Беҙ ҙә Беренсе Президентыбыҙ хөрмәтенә улыбыҙға уның исемен ҡуштыҡ”, - ти Өфөлә йәшәгән Светлана Насырова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМортаза Рәхимов кисә вафат булды. Уға 88 йәш ине.