Мортаза Рәхимов менән хушлашыу иртәгә сәғәт 9:00 12:00 тиклем «Башҡортостан» концерт залында үтә

Башҡортостандың тәүге президенты, Мортаза Рәхимов менән хушлашыу, иртәгә, 13-сө ғинуарҙа, иртәнге сәғәт 9- ҙан 12-гә тиклем «Башҡортостан» концерт залында үтә.

Ун икелә траур митингы башлана. Хушлашыуҙы «Башҡортостан юлдаш телеканалы»нда, шулай уҡ «Башҡортостан 24», «Вся Уфа» каналдарында тура эфирҙа ҡарарға була. Мортаза Рәхимовты Өфөнөң Мосолмандар зыяратында ерләйәсәктәр. Башҡортостан башлығы Республика Хөкүмәте, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға, Өфө ҡалаһы һәм Күгәрсен райондары хакимиәттәренә беренсе президенттың исемен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.