Тотош бер дәүерҙе кәүҙәләндергән шәхес арабыҙҙан китте тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. Мортаза Рәхимов ил ауыр хәлдә ҡалғанда республиканы етәкләне, ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, төбәкте төрлө күрһәткестәр буйынса ил кимәлендә лидерҙар сафына сығарҙы, халыҡҡа юғары сифатлы тормош тәьмин итә алды. Ғәҙел, эшһөйәр булыуы менән ул хеҙмәттәштәре һәм халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙанды тип белдерҙе парламент рәйесе.