Махсус хәрби операцияла ҡатнашыуҙан баш тартҡан өсөн биш йыл

Өфө гарнизон хәрби суды ефрейтор Марсель Кандаровҡа ҡарата суд ҡарары сығарҙы. Контракт буйынса хеҙмәт итеүсе хәрби махсус операцияла ҡатнашыуҙан баш тартып былтыр май айында хеҙмәт урынына сәбәпһеҙ килмәй ҡалған. Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәндән һуң ул 30 сентябрҙә Шишмә районында полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алынған.

Үҙ ғәйебен тулыһынса таныуын иҫәпкә алып суд ҡарары сығарылды. Статьяның был өлөшө былтыр сентябрҙә сыҡты, ул мобилизация, хәрби хәрәкәттәр ваҡытында хәрби хеҙмәттән баш тартыуға ҡағыла.

Альберт Мофазалов, Өфө гарнизон хәрби суды рәйесе ярҙамсыһы

Беҙ әлбиттә, йомшағыраҡ ҡарар көткәйнек. Юғары инстанцияларға опеляция бирәсәкбеҙ.

Руслан Сатаев, Адвокат