89-сы йәшендә Башҡортостандың Беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Сәйәсмән 17 йыл республика менән етәкселек итте. Ул 1993 йылдан 2010 йылға тиклем Башҡортостан Президенты вазифаһын башҡарҙы.
Ошо осорҙа Мортаза Рәхимов төбәктең социаль-иҡтисади, мәҙәни үҫешенә тос өлөш индерҙе. Башҡортостан илдең алдынғы сәнәғәт, донор төбәгенә, ҡеүәтле нефть табыу һәм эшкәртеү, химия һәм нефть химияһы, машиналар төҙөү һәм энергетика, аграр етештереү үҙәгенә әйләнде. Мортаза Рәхимовтың исеме менән республикалағы мәғариф, фән, һаулыҡ һаҡлау, сәнғәт, спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштар бәйле. Башҡорт халҡының бөйөк улы, күренекле дәүләт, сәйәсәт, йәмәғәт эшмәкәре, атаҡлы шәхес, үҙ иленең патриоты тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ. Некрологҡа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Хөкүмәт Премьер-министр Андрей Назаров һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡул ҡуйған.