Замандаштарыбыҙ социаль селтәрҙәрҙә ил ағаһын хөрмәтләп телгә ала, уның Башҡортостан именлеге хаҡына фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерә. Республиканың беренсе Президенты менән рәсми хушлашыу иртәгә «Башҡортостан» концерт-залында үтә. Арҙаҡлы шәхес Өфөнөң Мосолман зыяратына ерләнәсәк.
Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов ҡатмарлы ижтимағи-сәйәси осорҙа республика киләсәге өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған шәхесебеҙ. 1993 йылда Башҡортостан халҡы Президент теҙгенен ышанып тапшырғанға тиклем, ул үҙен республика иҡтисады авангарды булған нефть сәнәғәте тармағында тәжрибәле етәксе итеп таныта. Президент вазифаһына һайланғас, хәҙерге Башҡортостандың үҫеш юлдарын билдәләү, уның ҡануни нигеҙҙәрен нығытыу башында тора.
Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре исемлегенә сыға. Баш ҡалала һәм республика буйынса заман талаптарына яуап биргән һәм юғары сифатлы продукция етештергән өр-яңы предприятиелар асыла. Агросәнәғәт тармағында юғары етештереүсәнле технологияларға нигеҙләнгән малсылыҡ комплекстары үҫеп сыға, баҫыуҙарға -заманса техника ҡайтарыла.
Мортаза Рәхимов республикала күп башланғыстарға нигеҙ һала. Президент тәҡдиме буйынса һәр йылдың төп темаһы билдәләнә башлай, был йәһәттән халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләр иғтибар үҙәгенә ҡуйыла. Әсә һәм бала, Ғаилә йылдары йәки сәләмәт тормош нигеҙҙәрен нығытыуға йүнәлтелгән социаль темалар һәм рухиәт өлкәһе булһынмы - барыһы ла ҡуйылған маҡсаттарға ирешелеүе, халҡыбыҙҙың боронғо рухи-мәҙәни ҡиммәттәрен данлауы менән тарихта ҡалды. Республикала халыҡтар дуҫлығы нығынды, милләт-ара татыулыҡ Рәсәй кимәленә өлгө итеп ҡуйылды.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы башалған күләмле эштәр федераль кимәлдә лә яҡлау һәм хуплау тапты. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл тулыу уңайынан төбәктә тиҫтәләрсә социаль-мәҙәни биналар, халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуҙы күҙаллаған мөһим объекттар ҡалҡып сығыуы - быға асыҡ дәлил.
Мортаза Рәхимов хәҙерге Башҡортостанда Ғаилә институтын нығытыуға, әсә һәм бала мәнфәғәттәрен яҡлауға ла тос өлөш индерҙе. Тап ошо маҡсатта 1998 йылда республикала Рәсәй төбәктәрендә тәүгеләрҙән булып «Әсәлек даны» миҙалы тергеҙелде. Ошо ваҡыттан алып абруйлы награда биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе гүзәл заттарға тапшырыла. Был тантаналарҙан Президент менән иҫтәлеккә төшкән фотоһүрәттәр халыҡ яҙмышы тураһында атайҙарса хәстәрлек өлгөһө булып һаҡлана.
Буласаҡ Президенттың бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Кескәй Мортаза тиҫтерҙәре менән бергә һуғыштан һуңғы матур тормош тураһында хыяллана, буласаҡ һөнәре тураһында ла бик иртә уйлана башлай. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланған көндө һәм тормошондағы башҡа сағыу һәм ауыр мәлдәрҙе Мортаза Ғөбәйҙулла улы үҙенә генә хас ябайлыҡ, йор һүҙ һәм шул уҡ ваҡытта тәрән аҡыл менән иҫләй ине.
Республиканың төрлө мөйөштәренә эш сәфәрҙәре барышында ул халыҡ менән ихлас аралашты, һәр төбәк, уның кешеләре тураһында бай мәғлүмәткә эйә булыуы менән таң ҡалдырҙы. Мортаза Ғөбәйҙулла улының исеме үҙе иҫән сағында уҡ тарихҡа алтын хәрефтәр менән яҙылды. Хәйер, бар булмышы менән халыҡ һөйөүен яулаған шәхес беҙҙең аранан китмәне. Ә йөрәктәрҙә урын алып, үлемһеҙлеккә аяҡ баҫты.
Гөлдәриә Йосопова