Өфөлә тарихи аркалы күперҙең биш терәүен төҙөкләндереү тамамланған

Әле ваҡытта эш объектың башҡа участкаларында ла алып барыла. Ошо рәүешле капиталь ремонт графиктан алда, баш ҡаланың юбилейына тапшырылыр тип көтөлә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Сатлама һыуыҡта ла күпер төҙөүселәренең эше ҡайнай. Бөгөн план 15 процентҡа тиклем башҡарылһа ла терәүҙәрҙең бишәүһен төҙөкләндереү тамамланған.

Белгестәр әйтеүенсә, күпер тоташҡан урындарҙа бетондың ыуалып-ҡойолоп торғанын күрергә мөмкин. Ғәжәпләнергә түгел, сөнки ул 50 йыл урынына капиталь ремонтһыҙ 70 йылға яҡын тора. Уның аша хәрәкәт итеү хәүеф тыуҙырғанға күрә объектты төҙөкләндерергә ҡарар ителә.

Яңыһына килгәндә, арканың элекке «йөҙө» һаҡлап ҡалына. Ни бары металл өлөшөн яңынан ҡойоу, ҡалғанын алмаштырыу ҡаралған. Раҫланған проект планына ярашлы, совет заманы символикаһы ла үҙ урынында торор тип көтөлә.

Күпер терәүҙәрен нығытыу махсус технология буйынса башҡарыла. Тәүҙә улар төрлө яҡлап тишелә, һуңынан ҡатнашма менән тултырыла. Белгестәр фекеренсә, ул терәүҙәге бөтә ярыҡтарға ла үтеп инә ала. Объект нигеҙен яҙғы ташҡынға тиклем тамамлау күҙаллана. Унан һуң урҙа һалына башлай.

Азат Ғәлиуллин