Ябай етештереүселәрҙе ҙур баҙарға. «Башҡортостан продукты» проекты республика йүнселдәренә эре сауҙа селтәрҙәре, ил кимәлендәге һатыу итеү майҙансыҡтарына сығыу мөмкинлеге бирә. Әле проект 669 етештереүсене берләштерә һәм был бренд аҫтында 25 меңдән ашыу продукция һатыла. Ә ябай ҡулланыусы өсөн «Башҡортостан продукты» сифат һәм тәбиғилек билдәһенә әйләнде.
Ризыҡ етештереүҙең бар серҙәрен белгән хеҙмәткәр бер ваҡытта ла үҙ продукцияһын һатып алмай тигән имеш-мимеште Евгения иңҡар итә. Бер төрлө ризыҡтан кеше ялҡып китә, ә бына балдан бүгеү мөмкин түгел, ти ул. Көнө буйы эштә, ҡайтҡас өйҙә лә ул татлы ризыҡтан өҙөлмәй.
Йүкә, сәскә, ҡарабойҙай балы. Сәтләүекле, баҙамлыһы һәм керәҙлеһе. Алты айлыҡ сағында уҡ умарталыҡҡа алып барылған Григорий балдың бар серҙәрен белә. «Татлы бал» брендын ойоштороп илленән ашыу ҡортсолоҡ продукцияһы төрө етештерә. Балды улар үҙ умартаһынан һәм башҡа йүнселдәрҙән дә һатып ала. Башҡортостанда бал табыу ауыр түгел, уның ҡарауы, һатыу, таратыу мәсьәләһе киҫкенерәк тора, ти эшҡыуарҙар. Ярай ҙа республика етәкселеге етештереүселәрҙе был проблема менән яңғыҙын ҡалдырмай.
«Башҡортостан продукты» проекты республиканың ете йөҙгә яҡын предприятиеһына сауҙа дариәһен киңәйтергә ярҙам иткән. Быйыл ғына был исемлек 117 бренд һәм продукция менән тулыланған. Ә инде сифат билдәһенә әйләнгән марка менән 25 мең төр үҙебеҙҙә етештерелгән продукция тамғалана.
Проект быйыл да локаль предприятиеларҙы төбәктән ситкә сығарыу буйынса эш алып барасаҡ. Бренд аҫтына инеүселәрҙе лә 20 процентҡа арттырыу күҙаллана. Бәлки, «Татлы балды» ла интернет киңлектәрендә генә түгел, сауҙа кәштәләрендә лә йышыраҡ күрә алырбыҙ.
Айнур Кәбиров