Татарстан етәксеһе Мортаза Рәхимовтың вафатына бәйле ҡайғы уртаҡлашты

Рөстәм Миңлеханов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменә хат ебәрҙе. “Мортаза Рәхимов республиканы ҡатмарлы осорҙа етәкләне һәм төбәкте үҫтереүгә ҙур көс һалды”, тип билдәләнә Рөстәм Миңлехановтың ҡайғы уртаҡлашыуында. Татарстандың дәүләт кәңәшсеһе Минтимер Шәймиев һәм Ингуш республикаһының беренсе президенты Руслан Аушев шулай уҡ ҡайғы уртаҡлашты. “Мортаза Рәхимов халҡына тоғро хеҙмәт итте, дөрөҫлөктө яратты һәм ғәҙел етәксеһе булды”, тип хәтерләйҙәр уны сәйәсмәндәр.