Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаға йомғаҡ яһалды

Бәйге ғәҙәттәгесә, Рәми Ғарипов исемендәге 1-cе башҡорт республика гимназия-интернатында уҙғарылды. 9-11-се класс уҡыусылары викторина, тест һорауҙарына яуап биреп, лексик-грамматик анализ эшләне, башҡорт телендә иркен аралашыу, фекерләү даирәһен күрһәтте. Олимпиада һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр һәм призерҙарға диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, балаларҙың уңышы туранан-тура уҡытыусыларҙың фиҙаҡәр хеҙмәтенә бәйле. Олимпиада еңеүселәре Башҡортостан юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә унға тиклем өҫтәмә балл ала.