Баймаҡ ҡалаһының «Шторм» баскетбол командаһы - чемпион!

«Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында баскетбол лигаһы чемпионаты сиктәрендә уҙған республика спартакиадаһының финал уйыны тамамланды. Унда Баймаҡ егеттәре лайыҡлы еңеү яуланы.

Баскетбол -донъялағы иң популяр спорт төрҙәренең береһе. Ул ҡаршы яҡтың кәрзиненә ҡул менән туп ташлауға ҡоролған спорт уйыны. Һәр команданың маҡсаты -ҡаршы яҡ дәғүәсеһенең селтәрле ҡулсаһына туп ташлап индереү һәм икенсе командаға тупты алып үҙ кәрзиненә ташлауға ҡамасаулау. Был ярышҡа спортсылар ныҡлы әҙерлек менән килә.

Егеттәр араһындағы турнирҙа Баймаҡ, Бәләбәй,Күмертау,Нефтекама,Өфө,Сибай һәм Яңауыл командалары көс һынашты. Сәмле ярыштан һуң, Баймаҡ ҡалаһының 4- се лицейы командаһы - «Шторм» чемпион исеменә лайыҡ булды. Икенсе урынды баш ҡала ҡунаҡтары яулаһа,өсөнсө урынға Сибай ҡалаһы спортсылары сыҡты.

Әле ҡыҙҙар командалары араһында уйын дауам итә. Уның һөҙөмтәһе 13 ғинуар билдәле буласаҡ. Бындай спорт ярыштары үҙ -ара көс һынашыуға ғына ҡайтып ҡаллмай, сара - башҡа командалар менән тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ла булып тора.

Альбина Байегетова