Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, былтыр 11 айҙа төбәктә 128 меңдән ашыу бизнесмен теркәлгән. 2021 йылға ҡарағанда, эшҡыуарҙар һаны артҡан. Былтыр бизнесҡа 4 миллиард һум дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. Быйыл милли проект буйынса күберәк финанс бүленә, социаль эшҡыуарҙар һәм йәштәргә гранттар бирелә. Республикала “Минең бизнес” тигән 4 офис асыу ҡарала.