Башҡортостан бөгөн Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла

Республика халҡы төбәктә ҡышлаған ҡыр өйрәктәре һанын асыҡларға ярҙам итә ала. Был ҡоштар Башҡортостанда бер нисә урында күпләп ҡышлай. Улар Ғафури районындағы Усолка йылғаһын, Шүлгәнташ янындағы күлде, Мәләүез районындағы ҡышын туңмаған һыу сығанаҡтары, Өфө һәм Стәрлетамаҡтағы быуаларҙы үҙ итә. Иң ҡыҙыҡлы күҙәтеү яһаусыларға бүләктәр ҡаралған.