Башҡортостанда яугирҙәрҙе һауыҡтырасаҡ шифаханалар һайлап алына

Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы документтар ҡабул итә. Айырым талаптарға яуап биргән шифаханаларға субсидия бирелә. Бында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр бушлай һаулығын нығыта ала. Шифаханалар исемлеге февралдә иғлан ителә.