Башҡортостан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә йәшәүселәрҙең мәнфәғәтен яҡлау мәсьәләһенә оло яуаплылыҡ менән ҡарай.
Был турала Президент Владимир Путин Өфө аэропортында билдәле Рәсәй журналисы, «Мәскәү. Путин. Кремль» проекты авторы, Белорет районында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ Павел Зарубинға интервьюһында белдерҙе. Ил башлығы, Башҡортостан Рәсәйгә ҡушылған мәленән алып илдең тышҡы сиктәрен һаҡлау миссияһын намыҫ менән үтәй, тип билдәләне.