Янғындан зыян күреүселәргә кейем. «Ҡыҙыл тәре» йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенә «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһынан гуманитар ярҙам тапшырылды.
Ҡышҡы осорҙа янғын башлыса төнгө осорҙа сыға. Шуға күптәр бар мөлкәтен юғалта. Зыян күреүселәргә ярҙам маҡсатында сәйәси фирҡә халыҡтан кейем-һалым йыйыуҙы ойошторғайны. Саҡырыуҙы ҡабул итеп, төбәк бүлексәһе штабына күп кенә өҫ һәм аяҡ кейеме килтерелде. Һөҙөмтәлә бер фургон ярҙам тупланды. Уны партия вәкилдәре «Ҡыҙыл тәре» йәмғиәтенең республика бүлексәһенә тапшырҙы. Кейем-һалым бында төрҙәргә айырылып, дезинфекция үткәрелә. Артабан инде янғында йәки башҡа ғәҙәттән тыш хәлдә зыян күреүселәргә таратыла.