Төбәктең билдәле тәбиғи ҡомартҡыларын һынландырған ҡыл ҡәләм оҫтаһы Вәкил Шәйхетдиновтың эштәре менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова таныштыра.
Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Вәкил Шәйхетдиновтың 46 шәхси күргәҙмәһе республиканың тәбиғәт ғибәҙәтханаларына арналған. Ҡыл ҡәләм оҫтаһы үҙ ғүмерендә Урал тауҙарына төрлө райондар биләмәһенән йылдың дүрт миҙгелендә бер-нисә тапҡыр артылған.
Рәссам тау-ҡаяларға үҙенсәлекле ысул менән йән өрә, башҡа ижадсылар иғтибар итмәгән деталдәрҙе сағылдыра. Башҡортостандың иң мөһәбәт ҡаяһы Мәмбәт хоэурлығына, йүгерек тулҡынлы тау йылғаһы Еҙемдең сафлығына һоҡлана.
Еҙемдең төбөндә хатта һуйыр таштар күренеп ята, шул тиклем таҙа һәм саф һыулы, хатта аяҡ аҫтынан алып эсһәң дә йәнгә дауа
Башҡортостан Башлығы грантына эйә булғандан һуң, Вәкил Ғилем улына тағы ла бер тапҡыр Урал батыр эҙҙәренән йөрөп сығыу бәхете тейә. Ҡыл ҡәләм оҫтаһы аҙна эсендә төбәктең иң матур урындарын тамаша ҡылып, Урал батыр эпосында тасуирланған хозур тәбиғәтте буҫтауға күсерә.
Рәссам Вәкил Шәйхетдиновтың пейзаждары үҙенсәлеге юғары профессиональ кимәлдә башҡарылыуында. Был тау-ҡаялар ҡосағындағы күңелгә яҡын тәбиғәт күренештәре һәр беребеҙгә таныш, тамашасыларҙа ла ҡыҙыҡһыныу уята ти, сәнғәт бегестәре.
Ирәмәлде ҡыл ҡәләм оҫтаһы ҡатын-ҡыҙ рухлы итеп күрә. Был изге тау бөтәһен дә үҙенә яҡын килтермәй. Уға рухи яҡтан көслө, сыҙам һәм әҙерлеклеләр генә артыла. Ирәмәл ҡаяларында үҫкән ҡарағайҙар булмышында иһә ир һәм ҡатын-ҡыҙ мөхәббәте сағылдыра.
Мәрмәр вазанан ҡан эсеүсе ҡарғалар образында иһә Урал батыр эпосындағы Урал менән Шүлгән араһында рәхсәт ителгән тыйылған ғәмәлдәргә параллель һүрәтләнгән.
«Упал батыр» эҙҙәрен барлаған, Башҡортостандың тәбиғи ғибәҙәтханаларына арналған үҙенсәлекле күргәҙмә милли музейҙа 20 ғинуарға тиклем эшләйәсәк.
«Урал батыр» эпосы менән бәйләнеше булған Башҡортостандың танылған, тарихи урындары күргәҙмәһе республика Башлығы гранты ярҙамында томошҡа ашырылған. Милли музейҙа Вәкил Шәйхетдиновтың 41 эше менән танышырға мөмкин. Күргәҙмә артабан да Башҡортостан район һәм ҡалалары буйлап эшләйәсәк, тип күҙәллана.
Гүзәл Борханова