Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙың профилле комитет ултырышында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Федераль именлек хеҙмәте вәкилдәренә хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын бирергә тәҡдим ителде. Яраланған хеҙмәткәрҙәр инвалидлыҡ юллай ала. Бынан тыш, махсус хәрби операция бурыстарын тәьмин итеүҙә ҡатнашҡандарға ла хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын биреү ҡарала.