Баш ҡаланың Спорт һарайы алдында халыҡ һорауы буйынса быйыл тәүге тапҡыр ауыл хужалағы продукцияһы йәрминкәһе ойошторолдо. Ҡала халҡы республиканың төрлө райондарынан килтерелгән ит, һөт, балыҡ, бал кеүек тәбиғи һәм сифатлы аҙыҡ-түлек һатып алыу мөмкинлегенә эйә булды. Хаҡтар менән БЮТ ижади төркөмө ҡыҙыҡһынды.
Һатыусылар халыҡҡа йәне теләгән киҫәкте әҙерләп бирә. Берәүҙәр ашҡа һөйәклеһен һайлай, икенселәр һум ит алырға теләй. Ауырғазы районынан килгән йүнселдәр тана, йылҡы итен һата. Малдарҙы улар ҡышын һатыу өсөн йыл буйына ҡараған, һимерткән.
Спорт һарайы алдында ойошторолған ҡышҡы йәрминкәлә тана, йылҡы, сусҡа ите, шулай уҡ ҡош иттәре -ҡаҙ, өйрәк, күркә һәм тауыҡ түшкәләрен дә алырға мөмкин. Һыйыр итенең килограммы 480 - 600 һум самаһы булһа, сусҡа ите килоһы 260-350 һумдан һатылды. Ҡош ите арзаныраҡ.
Ваһаповтар шәхси хужалығында 4 һыйыр тота. Аҡтан эшләнгән продукцияны ғаилә ҡала халҡына сығарып һатыу мөмкинлегенә эйә. Хаҡтар ҙа магазин кәштәләренән артыҡ айырылмай, ә сифаты - ауылдыҡы.
Тәҡдим ителгән тауарҙың сифатын ветеринария хеҙмәте тикшерә, ит-һөт продукцияһына махсус тамға ҡуйыла. Йыл буйына тырышып үҫтергән, һатыуға сығарыу өсөн көс түккән продукцияһын ауыл халҡы лайыҡлы хаҡҡа һатырға, табыш алырға теләй. Шуға күрә хаҡтар менән дә барыһы ла килешмәй.
Ауыл хужалығы йәрминкәләрен баш ҡаланың төрлө майҙандарында тағы ла ойоштороу күҙаллана, сөнки йәрминкә ҡала халҡын сифатлы аҙыҡ менән тәьмин итергә, ауыл халҡына хеҙмәтенән табыш алырға булышлыҡ итә.
Лилиә Мәҡсүтова