Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мария Никифаровна ауыр тормош юлы үткән. Үҫмер сағында Донбассҡа эшкә юлланып ул Германия концлагеренда хеҙмәт пленына эләгә. Биш йыл дауамында ул сваркала ир-егеттәр эшен башҡарып 1945 йылда ғына тыуған иленә ҡайтҡан.
Хеҙмәт лагерында Мария Лаврентьева Донбасс егетенә кейәүгә сығып һуғыштан һуң Любовь исемле ҡыҙ бала таба. Әммә уның тормош иптәше фронтҡа алынып хәбәрһеҙ юғала. Мария Никифаровна Өфөлә оҙаҡ йылдар тегенсе булып эшләп, өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ветеранды юбилейы менән тәбрикләп яҡын кешеһенә изге теләктәр еткерҙе.