Өфө фән һәм технологиялар университеты белгестәре үҙенсәлекле веб-сервис ойошторған

Төньяҡ балҡышын өйҙән сыҡмай ҡарарға була. Өфө фән һәм технологиялар университеты белгестәре һәм студенттары «Аврора»веб-сервисын ойоштороп компьютер аша төньяҡ балҡышын һәм башҡа тәбиғи күренештәрҙе күҙәтергә мөмкинлек асты. Виртуаль глобусҡа мәғлүмәт Ер шарының төрлө нөктәләренән реаль ваҡытта ебәрелә һәм ҡулланыусылар бар матурлыҡты үҙ күҙҙәре менән күрә ала.

Төньяҡ балҡышын ҡарау өсөн ҡушымта үҙенсәлекле һәм заманса проект. Был проект менән беҙ веб-ҡушымталар буйынса Халыҡ-ара конкурста 1 урын алдыҡ. Виртуаль глобус мөмкинлектәрен арттырыу өҫтөндә эш дауам итәсәк.

Андрей Воробьев, Өфө фән һәм технологиялар университетының геомәғлүмәт кафедраһы профессоры