Анна Казак Өфөлә йәшәүсе һигеҙ йәшлек Артемдың хыялын тормошҡа ашырҙы

Башҡортостан буйынса ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы етәксеһе, Гигиена һәм эпидемиология үҙәге баш табибы Анна Казак Өфөлә йәшәүсе һигеҙ йәшлек Артемдың хыялын тормошҡа ашырҙы. Ҡыш бабайҙан ул велосипед һорап хат яҙған. «Теләктәр шыршыһы» проекты буйынса гитара, фортепьяно, спорт йыһаздары һораусы сабыйҙарҙың теләктәрен тормошҡа ашырыу икеләтә ҡыуаныслы тип билдәләй проектта ҡатнашыусы етәксе.

Һәр бала мөғжизәгә ышана. Уның хыялын тормошҡа ашырыуҙа көслөрәк ярҙамсылар булыуын белеп, ышаныс менән йәшәргә тейеш. Дәүләт эше менән булған вазифалы кешеләрҙең сабыйҙарға изгелек күрһәтеүе үҫеп килгән быуын өсөн өлгөлө, тип уйлайым.

Анна Казак, Башҡортостан буйынса ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы етәксеһе