Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән хушлашырға Рәсәй Президенты Владимир Путин, ил етәксеһенең Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Татарстандың элекке президенты Минтимер Шәймиев, әлеге башлығы Рөстәм Миңлеханов һәм илдең төрлө төбәктәренән етәкселәр килде. Матәм митингынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
«Башҡортостан» концерт залында Мортаза Рәхимов менән хушлашыуға бер сәғәттән ашыу ваҡыт бар, әммә майҙанда иртәндән үк сират теҙелгән. Халыҡ республиканың беренсе президентын, ил ағаһын һуңғы юлға оҙатырға килгән. Һәр береһенең күңелендә илем, халҡым тип янып йәшәгән олуғ шәхескә тәрән ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәре.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы ҡатмарлы ижтимағи-сәйәси шарттарҙа республика өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала һәм уны алдынғылар иҫәбенә сығара. Үҫеш бар тармаҡтарҙа ла күҙәтелә. Башҡортостан социаль-иҡтисади тотороҡлоҡ, милләт-ара татыулыҡ өлгөһө булып таныла. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров белдереүенсә, тап Мортаза Рәхимов Башҡортостандың киләсәгенә ныҡлы нигеҙ һала. Радий Хәбиров та үҙ сығышында беренсе президентҡа оло рәхмәтен белдерҙе, беҙ һеҙҙән кешелек сифаттарына һәм халыҡ менән эшләргә өйрәнәбеҙ, тине Республика башлығы.
Матәм митингында Татарстан башлығы Рөстәм Миңлеханов, 1991-2010 йылдарҙа Президент булып эшләгән Минтимер Шәймиев та ҡатнашы. Беҙ һәр ваҡыт иңгә-иң терәп бергә эшләнек, ярышып йәшәнек, әммә был сәм изге ниәттән ине, тине Миңтимер Шәрип улы.
Хушлашыу митингында төрлө осорҙа эшләгән билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен дә, ғалимдарҙы ла, табиптарҙы ла, уҡытыусыларҙы ла, сәнғәт әһелдәрен дә күрергә мөмкин. Һәр береһенең Мортаза Рәхимов менән бәйле үҙ хәтирәһе. Берәүҙәр белем усаҡтары, икенселәре медицина учреждениелары, өсөнсөләре мәҙәниәт объекттары асҡан өсөн рәхмәтле. Улар Мортаза Рәхимовтың талапсан етәксе генә түгел, ябай һәм кешелекле булыуын да билдәләй. Мортаза Ғөбәйҙулла улы һәр береһенең ғаиләһе хаҡында хәбәрҙар була, һәр ваҡыт ҡыҙыҡһынып тора.
Мортаза Рәхимов киң даирәле, тәрән фекерле, киләсәкте алдан күҙаллаған етәксе була. Шуға күрә лә уның халыҡтың һаулығын ҡайғыртыуға, рухи ҡиммәтәрен һаҡлауға, демографияны үҫтереүгә даими иғтибар бирелеүе аңлашыла. Мортаза Ғөбәйҙулла улы өсөн төп маҡсат - ныҡлы киләсәккә нигеҙ һалыу була. Тап ошо осорҙа Башҡортостанда шифаханалар селтәре лә үҫешә.
Талапсан, тынғыһыҙ, ғәҙел етәксе. Мортаза Рәхимов ҡул аҫтындағыларҙан һәр бер күрһәтмәне еренә еткереп, юғары кимәлдә башҡарыуҙы талап итә. Әммә шул уҡ ваҡытта ул ябай халыҡҡа, туғандарына атайҙарса хәстәрлекле мөнәсәбәттә була. Тыуған ауылына ҡайтыу менән ең һыҙғанып эшкә тотона ине, тип хәтерләй еңгәһе Фәрзәнә Рәхимова.
Мортаза Рәхимов тураһында ижад ителгән йырҙар, шиғырҙар бар,тапшырыуҙар төшөрөлгән. Әммә олуғ шәхес үҙенә һәйкәлде башҡарған эштәре, изге ғәмәлдәре менән ҡуйҙы. Ул -халыҡ һөйөүе, халыҡ ихтирамы тип атала. Мортаза Ғөбәйҙулла улының исеме халҡының күңелендә йәшәй.
Мортаза Рәхимов беҙҙең арабыҙҙан 88 йәшендә китте, Республиканың беренсе Президенты баш ҡаланың Мосолман зыяратына ерләнде.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Республика етәкселегенә Мортаза Рәхимовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса саралар күрергә ҡушты. Мортаза Ғөбәйҙулла улы тәжрибәле сәйәсмән булараҡ һунылышлы осорҙа Башҡортостандың ғына түгел, тотош Рәсәйҙең үҫешенә тос өлөш индерҙе тине, ил башлығы.
Рәмзиә Кәримова