Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Нефтекаманан Фәрхетдиновтарҙың ишле ғаиләһе тураһында яҙҙы. «Мансаф Харун улы һәм Наталья Александровнаның 16 балаһы бар. Уларҙың бишәүһе үҙҙәренеке, ә 11-е тәрбиәгә алынған. Балалар ысын илһөйәрҙәр булып үҫә. Музыка, вокал, рәсем, спорт менән шөғөлләнәләр. Олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашалар.
Фәрхетдиновтарҙың ныҡлы һәм татыу ғаиләһе - күптәр өсөн өлгө. Бергәләп тәбиғәткә сығалар, походтарға йөрөйҙәр, ял көндәрендә ғаилә табыны ойошторалар, музыка ҡоралдарында уйнайҙар, йырлайҙар. Йәмәғәт тормошонда ла ҡатнашырға өлгөрәләр. Мансаф Харун улы, Наталья Александровна, балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләүегеҙ өсөн рәхмәт! Һеҙгә һәм Башҡортостандың барлыҡ ғаиләләренә һаулыҡ һәм именлек!» - тип яҙған Башҡортостан башлығы.