Башҡортостандың Ҡоштарҙы һаҡлау союзы ағзалары ҡышлаусы ҡоштарҙың иҫәбен алып бара

Ҡоштар һағында. Башҡортостандың Ҡоштарҙы һаҡлау союзы ағзалары төбәктә ҡышлаусы һыу ҡоштарының иҫәбен алып барыу өсөн күҙәтеүгә сыҡты. Әммә орнитологтар өсөн ҡанатлыларҙың ҡайһы бер ҡышлау урындары билдәһеҙ булырға мөмкин. Шул сәбәпле Башҡортостандың Ҡоштарҙы һаҡлау союзы республика халҡын үҙенсәлекле акцияла ҡатнашырға саҡыра. Ул илдең 55 төбәгендә тормошҡа ашырыла. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина әҙерләгән яҙмала.

Диңгеҙ бөркөтө - республика биләмәһендә һирәк осраған ҡош төрө. Шуға ла күҙәтеү барышында уға тап булыу - уңышлы һөҙөмтә. «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән был ҡанатлылар һаны баш ҡалала тиҫтәгә лә тулмай. Әйткәндәй, төбәккә хас булмаған ҡоштар республика биләмәһендә йылдан-йыл арта. Былтыр Өфөнөң «Йылы» күлен ҙур аҡ селән үҙ иткәйне. Бындай күренеште белгестәр климат үҙгәреүенә бәйләй.

Ҡоштарҙы йәлеп итеүҙә заманса технологиялар ярҙам итә. Телефондан уйнатылған һайрауға ҡыуаҡ араһына йәшеренгән урагус яуап бирә. Төнъяҡ төбәктәрҙә йәшәгән ҡош ҡышҡыһын йыш ғына Башҡортостанды үҙ итә. Уның фотоһына эйә булыр өсөн, хатта икенсе төбәктәрҙән дә киләләр. Ә бына селде саҡырыр өсөн файҙаланған был һыҙғыртҡысты белгестәр ҡулдан яһаған.

Таҙартыу ҡоролмалары урынында йыш ҡына ҡышлаусы ҡоштар туҡтала. Сатлама һыуыҡтарҙа ла бында һыу туңмай. Өфөнөң «Теплое» күлен, Сипайлово биҫтәһенең яр буйын да ҡоштар ҡышлау урыны итеп һайлай. Белгестәр ҡоштарҙы тик ҡышҡыһын ғына ашатып торорға тәҡдим итә. Икмәк урынына бойҙай һайларға кәңәш ителә. Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә ошо урындарҙа ҡанатлылар менән фото төшөп, конкурста ҡатнашырға мөмкин.