Бөгөн «Салауат Юлаев» клубы үҙ боҙонда Владивостоктың «Адмирал» клубын ҡабул итте

Мауыҡтырғыс уйынды күп һанлы көйәрмәндәр менән бергә Башҡортостан батальондары яугирҙары ла ҡараны. Улар яраланғандан һуң реабилитация үтеүсе йәки республикала отпускыла булған хәрби хеҙмәткәрҙәр.

Шайморатов менән Доставалов батальондарында хеҙмәт итеүсе контрактсыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров саҡырған. Улар өсөн Вип ложала урындар ойошторолған. Осрашыуға килгәндә, тәүге ике осорҙа командалар уңышҡа өлгәшә алманы. Ә бына 41-се минутта Сергей Шмелёв юлавсыларҙы алға сығарҙы. Уйын аҙағында Александр Хмелевски буш ҡапҡаға икенсе шайбаны индереп «Салауат Юлаев» клубына 2-0 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Шулай итеп Өфө хоккейсылары 63 мәрәй йыйҙы. Киләһе матчты Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре 16 ғинуарҙа үткәрә. Был көндө Өфө Магнитогорскиҙың «Металлург» клубын ҡабул итә.