Башҡортостан эштән бушатыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуға федераль ҡаҙнанан ҙур күләмдә аҡса йәлеп иткән төбәктәр араһында беренсе урынды яуланы. Был йәһәттән былтыр республикаға бер миллиард ярым һум күләмендә аҡса бүленгән. Сумма 30 мең кешегә эш урындарын һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән. Мәҫәлән, Кадрҙар әҙерләү һөнәри үҙәгендә былтыр 1700 кеше уҡып сыҡҡан. Улар хеҙмәт һағы, янғын хәүефһеҙлеге, сәнәғәт һәм энергетик хәүефһеҙлек, үҙйөрөшлө техника һәм башҡа йүнәлештәр буйынса әҙерлек үткән. Курстарҙа Стәрлетамаҡ районы агросәнәғәт предприятеһынан 200 кеше ҡатнашҡан.
Федераль ярҙам төбәк хеҙмәт баҙарында тотороҡлоҡто һаҡлап ҡалыуға ғына түгел, ҡайһы бер күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға ла булышлыҡ иткән. Төбәктә эшһеҙлек кимәленең иң түбән күрһәткесе теркәлгән, бөгөн ул 2,8 процент тәшкил итә. Был күрһәткес Рәсәй төбәктәре һәм Волга буйы федераль округы уртаса күрһәткестәренән түбәнерәк.