Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына Миәкә районы Илсеғол ауылынан 150 ат ебәрелә, улар араһында Керчь ҡушаматлы ҡарайғыр була. Малҡай Сталинградтан Берлинға тиклем барып етә. Күп тапҡырҙар бомба, артиллерия һөжүме аҫтында ҡала. Ике тапҡыр яралана. Илсеғолдар ҡарайғыр хаҡында онотмай. Яңыраҡ ауылда Керчтың иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылып, Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ драма театрында спектакль сәхнәләштерелһә, бөгөн һәйкәл урынлаштырыу күҙаллана. Скульптура макеты ла әҙер. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Илдус Закиров бөгөн ат анатомияһын тулыһынса тиерлек өйрәнгән. Ижади багажында ла тиҫтәләп скульптур композиция иҫәпләнә. Сираттағыһы үтә лә яуаплы һәм етди тип әйтергә кәрәк. Сөнки, Керчь ҡушаматлы ҡарайғыр тураһында күп тапҡырҙар матбуғат баҫмаларында яҙыла, фильм да төшөрөлә.
Керчь башҡорт кавалерия дивизияһы менән 1941 йылда фронтҡа ебәрелә. Ул күп тапҡырҙар бомба, артиллерия һөжүме аҫтында ҡала. Ике тапҡыр яраланып лазаретта тәүгеһендә 30, икенсеһендә 15 көн дауалана. Ҡарайғырҙың яуҙаш дуҫы - гвардия майоры Ибраһим Фәттәхов була. 8 мең саҡрымға яҡын яу юлын үткән ҡарайғыр гвардия командиры менән Бөйөк Еңеү яҙын Германияның Бранденбург ҡалаһында ҡаршылай. «Яуҙаш дуҫын» майор Ибраһим Фәттәхов Башҡортостанға алып ҡайтырға тип РСФСР-ҙың Юғары советы депутаты, маршал Семён Буденныйҙан рөхсәт һорай. Демобилизация алғас айғыр вагонда ҡайта. Туҡталыш һайын Керчты ҡарарға халыҡ йыйыла.
Керчь аты бигерәк тә миәкәләргә яҡшы таныш. Төбәктең Илсеғол ауылынан фронтҡа киткән, яу юлын үтеп тыуған яҡтарына ҡайтҡан ҡарайғыр хикәйәте тураһында ишетеп түгел, үҙ күҙҙәре менән күргән замандаштарыбыҙ ҙа бар.
Ҡарайғырҙың исемен мәңгеләштереү эштәре уҙған быуғаттың 80-се йылдарында уҡ башлана. Буласаҡ һәйкәлгә нигеҙ ташы ла һалына. Әммә, бөгөнгә тиклем ул тормошҡа ашырылмай, һүҙҙә генә ҡала килә. Былтыр ҡабаттан махсус комиссия төҙөлөп, эш тағы йәнләндерелә. Һөҙөмтәлә буласаҡ һәйкәл эскизға төшөрөлөп, бөгөн балсыҡтан әүәләнгән.
Постамент тулыһынса тиерлек әҙер. Һәйкәлде быйыл майҙа Миәкә районы Илсеғол ауылында урынлаштырыу күҙаллана.
Азат Ғәлиуллин