Бәйгене төбәктең кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар Ассоциацияһы, шеф-ашнаҡсылар Гильдияһы урындағы хакимиәт һәм «Башҡортостан рустары Соборы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ярҙамында ойошторҙо. Сарала аш-һыу әҙерләү тәжрибәһе һәм һөнәри оҫталығына баҫым яһалмай һәр кем ҡатнаша алды. Барлыҡ конкурсанттар ҙа диплом һәм Рәхмәт хаттары менән тәбрикләнде. Рус халҡының йолаларын һаҡлауға йүнәлтелгән бәйгене йыл да уҙғарыу планлаштырылған. Киләсәктә ул ғаиләләр араһында ойоштороласаҡ. Әйткәндәй, сара сиктәрендә концерт та ҡуйылды.