18-нән 19-сы ғинуарға ҡарай төндә крещение билдәләнә

Православ халҡының иң мөһим байрамдарының береһе яҡынлаша. 18-нән 19-сы ғинуарға ҡарай төндә крещение билдәләнә. Христиандар төп дини йолаларының береһе, һалҡын һыуға сумыуҙы башҡара. Был маҡсатта әле республиканың район-ҡалалрында мәкеләр йыһазландырыла. Өфөлә генә 7 иордан асыу ҡарала. Совет районында керәшен мәкеһе Яҡутов паркындағы һалдат күлендә урынлашҡан. Әле уны хәүефһеҙлек талаптары буйынса йыһазландырыу бара. Байрам көндө унда дин тотоусылар һалҡын һыуға сумып сыға ала.

Тәү сиратта һыуға йыһазландырылған урындарҙа ғына төшөргә кәрәк икәнлеген оноторға ярамай. Улар Өфөлә 7 урында асыла, һәр районда бер мәке. Шулай уҡ дини ғәмәлде башҡарыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мөһим. Хроник сирҙәр, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары булғанда һалҡын һыуҙа ҡойоноу ҡәтғи тыйыла.

Яна Калинина, Өфө ҡалаһының граждандарҙы һаҡлау идаралығының мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе