«Раштыуа саңғыһы», ҡышҡы волейбол кеүек уйындарҙа Өфө һәм уның ҡунаҡтары ҡатнашты.
Саңғы кейгән төлкөләр, ҡуяндар һәм башҡа әкиәт геройҙары. Баш ҡаланың Мәжит Ғафури паркында саңғысылар ярышҡа йыйылды. Уларҙың төрлө костюмдарҙа булыуы сараға тағы ла йәнлелек өҫтәне. Кем уҙарҙан финишҡа ынтылыусылар араһында Ҡыш бабай ҙа һынатманы.
Ярыш Октябрь районында спорт декадаһы сиктәрендә үтә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ҡышҡы уйын төрҙәре буйынса байрамдар даими уҙғарыла һәм йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны арта.
Ҡышҡы көндә ярышҡа килеүсе кескәйҙәр тәмлекәстәр һәм бүләктәр алып ҡыуанды. Профессиональ саңғысылар ҙа беренселек өсөн көс һынашты. Скандинав таяғы менән йөрөүселәр билдәләнгән арауыҡты берҙәм атлап үтте.
Өфө ҡалаһының Ҡашҡаҙан ял паркында иһә волейбол яратыусылар йыйылды. Туп артынан өлгөрөү өсөн етеҙ хәрәкәтләнеүҙән башҡа йылы кейенергә лә кәрәк. Ҡар утыҙ сантиметрҙан да йоҡа булмаҫҡа тейеш. Традицион һәм пляж волейболына ҡарағанда ҡарҙа волейбол уйнау ҡатмарлыраҡ ти, спортсылар.
Профессионалдар ҙа спортты үҙ итеүселәр ҙә бер майҙанда. Саф һауалағы уйындар - сәләмәтлекте нығытыуға, сынығыуға бер аҙым.
Рәмилә Исмәғилева