Был турала республика хөкүмәтендә белдерелде. Башҡортостанда 365 мең баш һыйыр бар. Был ил төбәктәре араһында 2-се күрһәткес. 757 мең тонна һөт һатыуға сығарыла. Республикала һәр кешегә иҫәпләгәндә, йыл һайын 400 килограмм һөт етештерелә. Медицина нормалары буйынса 325 килограмм тейеш. Радий Хәбиров белдереүенсә, һөт тармағында булған ҡеүәттәр 70 процентҡа ғына файҙаланыла. Етештереүҙе йылына 1 миллион 100 мең тоннаға еткерергә мөмкин.