"Башавтотранс" автобустары бер йылда 120 миллион пассажирҙы йөрөткән

Компанияның эш һөҙөмтәләре "Транспорт сәғәте" кәңәшмәһендә ҡаралды. Быйыл да  автобустар паркын  яңыртыу  дауам итә.  Йәйгә тиклем  туристар өсөн  20 машина  алыу  көтөлә. "Башавтотранс"та  5 меңдән ашыу  кеше  эшләй. Уҙған йылда  водителдәрҙең эш хаҡы 25 процентҡа  индексацияланған.  Быйыл да  хеҙмәт  хаҡын  арттырыу  планлаштырыла.