Башҡортостанда балаға эт ташланыуы буйынса енәйәт эше асылған
Был хәл Иглин районы Таутөмән ауылында булған. Әхирәтенә килгән 10
йәшлек ҡыҙ балаға ихаталағы эт ташланған. Бала йәрәхәттәр алған, дауаханаға оҙатылған.
Тәфтишселәр ентекле тикшереү уҙғара.