Ул 28 ғинуарҙа була. Сара барышында уҡ атыу ярышы, күңелле старттар, башҡорт кухняһы менән таныштырыу ойошторола. Бәйгеләрҙә ил төбәктәренән йыйылған командалар ҡатнаша. “500-ҙән ашыу тамашасы килеүе көтөлә. Бынан тыш, туризм тармағы вәкилдәрен дә ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Улар Өфө һәм республика хаҡында тулы мәғлүмәт ала”, - тип белдерә ойоштороусылар. Фестиваль алдынан баш ҡалала ваҡиғаға бәйле туризм темаһына арналған форум үткәреү ҡарала.