Рәсәйҙә 154 миллион тоннаға яҡын иген йыйып алынған

Статистика хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уның 104 миллион  тоннанан күберәге бойҙай. Башҡортостанда ла быйыл  рекордҡа тиң уңыш алынды.  Һәр гектарҙан  28 центнер ярым йыйылды. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, яңы техника, сифатлы орлоҡ, минераль ашлама  уңыш күләменә ҙур йоғонто яһаған.