“Пушкин карта”һы быйыл да ғәмәлдә була

Рәсәй хөкүмәте уның мөҙҙәтен оҙайтты. Карта иҫәбенә 5 мең һум аҡса һалына. Сумманы музей, кино, театр һәм башҡа мәҙәни ваҡиғалар өсөн тотонорға була. Программала 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге мәктәп уҡыусылары һәм студенттар ҡатнаша.